Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. “5 миллионлыҡ күрһәткескә республика тарихында дүртенсегә өлгәшәбеҙ”, - тип белдерә Башҡортостан Башлығы. “Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына етди ярҙам күрһәтелә. Юғары сифатлы орлоҡ һәм минераль ашламалар һатып алыуға компенсация дауам итә. Элеватор, келәт һәм иген токтары майҙандарын ҙурайтыу, игенде тәрән эшкәртеүгә иғтибарҙы көсәйтәбеҙ. Киләсәктә 6 миллион тонна уңыш йыйыуға ла иҫәп тота алабыҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров.