Ул үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итте. Азат Бадранов уның өлгөһөнә эйәреп хәрби хәрәкәттә ҡатнашырға теләгәндәр өсөн социаль селтәрҙә айырым яҙма ҡалдырған. Үҙ ирке менән барырға теләгәндәр башта хәрби комиссариатҡа мөрөжәғәт итергә һәм контракт төҙөү буйынса һөйләшергә тейеш. “Башҡортостанда ойошторолған ирекле батальондарҙа хеҙмәт итергә теләгәндәр мобиль телефон номеры буйынса мөрөжәғәт итә ала”, - тип яҙа Азат Бадранов.