Мөһим һөйләшеү. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙе белем алған Архангел ауылының 1-се мәктәбендә өлкән класс уҡыусылары менән осрашты. Һуңынан Оҙондар ауылы халҡы менән 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Быуындар күсәгелешлеген дауам иткән, тарихи хәтерҙе яңыртҡан сәфәрҙән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Азат Бадранов Архангел ауылының 1-се мәктәбенә Яңы Устиновканан көн һайын 7 саҡрым йәйәү йөрөп белем ала. Ул заманда күрше ауылдарҙағы мәктәп уҡыусыларын автобустарҙа йөрөтөү тураһында хыял итергә лә мөмкин булмай. Ошо мәктәп стеналарында буласаҡ сәйәсмәндең донъяға ҡарашы һәм характеры формалаша. Мәктәп музейында ул алтынсыла уҡығанда кластташы менән бергә тапҡан тимер иретеүҙә ҡулланылған сүмес тә һаҡлана.
«Һеҙҙең менән осрашыуға асыҡ күңел менән килдем, ауыр, уңайһыҙ һорауҙар биреүҙән тартынмағыҙ, бөтәһенә лә яуап бирәсәкмен», – тине, Азат Шамил улы. Әңгәмә барышында сәйәсмән үҫмерҙәрҙе ҡыҙыҡһындырған «Ни өсөн махсус хәрби операцияға барырға тигән ҡарарға килдегеҙ?» тигән төп һорауға яуап бирҙе.
«Рәсәйҙең яңы тарихы ир-егеттәребеҙҙең ал ҡаны менән яҙылған һынылыш осоронда ғаиләм, ҡатыным, балаларым менән тыуған илемде айырып ҡарамайым. Улар минең өсөн бер бөтөн һәм изге төшөнсә. Алғы һыҙыҡты һайлау ил һәм ғаилә именлеге өсөн», – тигән фекерҙе еткерҙе Азат Бадранов.
Үҫмерҙәр ябай ауыл балаһының Өфөлә, БДУ-ның юридик институтында, һуңынан Бауман исемендәге техник юғары уҡыу йортонда уңышлы белем алыуы, Мәскәүҙәге һөнәри эшмәкәрлеге, утыҙ йәшендә республикала яуаплы өлкәне етәкләй башлауы хаҡында төплө мәғлүмәт алды. Азат Шамил улы шәхсән Башҡортостандан сыҡҡан 3000 ашыу йәштәргә илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына инергә булышлыҡ иткән.
Ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ Азат Бадрановтың булмышында. Уның ярҙамы менән Оҙондар ауылы мәҙәниәт йортона баян һәм синтезатор, мәктәп уҡыусыларына әүҙем спорт менән шөғөлләнеүгә йыһаздар алынған, район сәнғәт мәктәбенә «Атайсал» проекты сиктәрендә 85 cәхнә костюмы тектерелгән. Бөгөнгө көндән малай-ҡыҙҙар сағыу милли костюмдарҙа төрлө конкурстарҙа район данын яҡлаясаҡ.
Уҡыусылар менән осрашыуҙан һуң Азат Бадранов Оҙондар ауылы халҡы менән 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асыуҙа ҡатнашты. Ауыл үҙәгендә иҫтәлекле таҡтаташ асылыуы йәштәр араһында илһөйәрлекте үҫтереүгә, тарихты өйрәнеүгә ҙур этәргес көс буласаҡ тип күҙаллана.
Власть вәкиленең Оҙондарға тәүге эш сәфәрендә ауыл активистары Парижды алған ҡаһарман ата-бабалары исемен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәргәйне. Ай эсендә мәсьәлә хәл ителде.
Тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев архивтарҙа эҙләнеп, мемориал таҡтаташ проектын әҙерләүгә ҙур көс һалған. Әммә мобилизацияланыу сәбәпле, сарала шәхсән ҡатнаша алманы. Ватанды һаҡларға юлланған мобилизацияланыусылар именлегенә ҡорбан салынып, ауыл мәсетендә доғалар ҡылынды.
Ауыл йылъяҙмаһын байытҡан сағыу ваҡиғалар халыҡтың йәшәйешенә, социаль-ижтимағи үҫешенә ыңғай тәьҫир итә. Әйткәндәй, Оҙондарҙа Инйәр йылғаһы ярын нығытыу эше лә тиҙҙән хәл ителәсәк. Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына проект-смета документацияһына үҙгәрештәр индерергә ҡушылған. Был үҙгәрештәр ауыл кешеләренең йәшәү кимәлен күтәрергә булышлыҡ итер тип күҙаллана.
1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған иҫтәлекле таҡтаташта өс ауылдан 12 кеше исеме мәңгеләштерелгән. Был батыр ир-уҙамандар Наполеон ғәскәрен ҡыйратып, Парижды алған. Ә бөгөнгө ысынбарлыҡта илебеҙгә Европанан янаған дошманды беҙ күмәк көс менән еңә аласаҡбыҙ. Берҙәмлектә беҙҙең көс, күмәкләгән яу ҡайтарған.
Гүзәл Борханова