Рекордлы уңыш хаҡында социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.
«Тарихта дүртенсе тапҡыр ошо сикте үтәбеҙ, 1980 йылдарҙан алып тәүге тапҡыр йәнә 5 миллион тонналыҡ сиккә еттек. Бындай юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә беҙгә һауа торошо ярҙам итте. Ләкин ул ғына ла түгел.
Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ҙур өлөш индерҙек. Ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу өҫтөндә эшләнек, аграрийҙарыбыҙ өс йылда 5 миллиард һумға яҡын субсидия алды. Шулай уҡ элиталы орлоҡ материалына һәм минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙы дауам итәбеҙ. Әммә тәү сиратта мин иртә таңдан ҡара төнгә тиклем баҫыуҙа эшләгән игенселәргә рәхмәт белдерәм», – тигән Башҡортостан башлығы.