Хөрмәт һәм иғтибар менән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарға уҡыу үҙәктәрендә күп яҡлы ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Муниципалитет башлыҡтары махсус хәрби операцияға юлланған ир-егеттәргә көндәлек тауарҙар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш һорауҙарын хәл итеү менән ярҙам итергә тейеш.
Республика башлығы ҡатнашлығында үткән оператив кәңәшмәлә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары, йылытыу миҙгеле, санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарҙы хәрби уҡыу үҙәктәренә оҙатыу Башҡортостанда талап ителгән кимәлдә ойошторолдо. Республика башлығы Радий Хәбиров Украиналағы махсус операцияға юлланған ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, ғорурлыҡ тойғолары кисереүен белдерҙе.
Оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе хәрби уҡыу үҙәктәрендә һалдаттарға уңайлы шарттар ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Был эш муниципалитет башлыҡтары яуаплылығына йөкмәтелә. Улар хәрби уҡыу үҙәктәренә барып егеттәрҙе аҙыҡ-түлек, гигиена, йоҡо әйберҙәре менән тәьмин итәсәк. Шулай уҡ Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеләсәк.
Төбәктә йылытыу миҙгеле старт алды. Алдағы ике көндә күп ҡатлы йорттар һәм социаль объекттар йылы менән тәьмин ителергә тейеш. Системаны көйләп, торбаларҙан буш һауаны сығарыуға иң күбе бер аҙна ваҡыт бирелә. Республиканың 39 муниципалитетында йылы менән тәьмин итеү ойошторолған, аҙна дауамында ҡалған район-ҡалаларҙа ла был эш тамамланыр тип көтөлә.
Оператив кәңәшмәлә төбәктә санитар-эпидемиологик хәл менән бәйле һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле хәл тотороҡло тип иҫәпләнә, һуңғы аҙнала ковид менән ауырусылар 3 процентҡа кәмегән.
Ауыл хужалығы тармағында ураҡ кампанияһы көтөлгәнсә яҡшы уңыш менән тамамланыу алдында. Ужым культураларының ҡеүәте гектарынан 33 центнер тәшкил итә. Ҡара бойҙай, гәрсис, кукуруз, хатта күптән түгел ултыртыла башлаған соя кеүек культуралар мул уңыш биргән. Ашлыҡты һаҡлау, продукцияны юғалтыуҙарһыҙ һатыу, аграрийҙар өсөн ташламалы кредиттарҙы арттырыу йүнәлешендә эш дауам итә.
Флорида Ким