Уларҙы Башҡортостандың Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Ольга Панчихина «Ростов-Главный» станцияһынан оҙатып килде. 7 йәштән 14 йәшкәсә малайҙар һәм ҡыҙҙар Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәренә урынлаштырыласаҡ. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән яҙмала.
Ике тәүлек юлда булыуҙарына ҡарамаҫтан, балаларҙың кәйефтәре көр. Донецк интернат мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр тәүге тапҡыр Башҡортостанға килде. Уларҙы Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәре педагогтары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды.
Баш ҡала балаларҙы ҡояшлы көн менән ҡаршы алды. Интернат тәрбиәләнеүселәренең шәхси әйберҙәрен тотошорға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте. 7 йәштән 14 йәшкә тиклем малайҙар һәм ҡыҙҙар Учалы, Күмертау ҡалалары һәм Күгәрсен районының Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәренә урынлаштырыласаҡ.
Башҡортостанға килгән ҡайһы бер балаларҙың бер туғандары икенсе төбәктәрҙә тороп ҡалған. Әле уларҙы табып, Башҡортостанға ҡайтарыу буйынса эш бара, тағы ла 10 етем Башҡортостанда үҙ ғаиләһен табасаҡ.
Поездан һуң балалар медицина тикшереүен үтеү өсөн Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учрежденияһына юлланды. Киләсәктә етемдәр ғаиләләргә урынлаштырыласаҡ. Һәр бала атай-әсәйле булыр тип өмөтләнергә ҡала.
Лилиә Мәҡсүтова