1 октябрҙән халыҡты финанс мутлашыуҙарҙан яҡлау буйынса яңылыҡтар үҙ көсөнә инә.

Үҙгәрештәргә ярашлы, онлайн операцияларға кеше үҙе сикләү ҡуйыу мөмкинлегенә эйә. Кредит алыу, онлайн аҡса күсереү кеүек операцияларға лимит билдәләп була. Был хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә, Бының өсөн кредит ойошмаһына онлайн, йә ҡулдан ғариза яҙырға кәрәк. Сикләүҙе клиент теләгән ваҡытта бөтөрә ала.

Тағы ла бер яңылыҡ банкка һалынған аҡса буйынса гарантиялы минималь ставка хаҡында. Банктар һалынған аҡса буйынса клиенттарға гарантиялы килем алыуҙары тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Ғәҙәттә, банктар килент өсөн уңайлы ставкалар ҡуя ла, 2-3 айҙан уны түбәнәйтә. Хәҙер иһә банк таблица формаһында һәр айҙың килемен күрһәтергә тейеш.

Лилиә Яҡупова, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса милли банкы бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары

Был мәғлүмәткә ярашлы, клиенттар ҡайһы банкка мөрәжәғәт итеү отошло булыуын күрә ала.

Лилиә Мәҡсүтова