Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты нигеҙендә башҡарыу сәнғәте үҙәге барлыҡҡа килде. Яңылыҡ мәҙәниәт министрлығының «Рәсәйҙә уйлап табылған» федераль проекты һөҙөмтәһе.
Документ ижади мөхитте үҫтереү һәм уның килемен арттырыуға йүнәлтелгән. Институтта ойошторолған «Сәхнә оҫтаханаһында» ижади йәштәр командалары, эшҡыуарҙар һәм теләгән һәр кем үҙенең идеяларын тормошҡа ашыра ала. Үҙәк асылған көндө ректорат һәм бизнес вәкилдәре хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Федераль финанс ярҙамы менән уҡыу йортонда сәхнә, тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары яңыртылған. Бынан тыш, залда тамашасылар креслолары һәм иҙән алыштырылған. Яҡын арала тауыш яҙыу студияһы һәм фото видео оҫтаханаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Унда уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре эш алып барасаҡ. Үҙәкте асыу тантанаһы театр факультеты студенттары ҡуйған «Ауыл уҡытыусыһы» спектаклен күрһәтеү менән тамамланды. Пьеса республика райондарына экспедициялар һөҙөмтәләренә нигеҙләнгән.
Гөлдәриә Йосопова