Баймаҡта республика һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтте

«Идеяларҙан – ғәмәлгә». Ошондай исем аҫтында Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә республика һөнәри йүнәлеш биреү акцияһы үтте. Сарала Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларынан мәктәп уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. Был турала киләһе яҙмала.

Республика акцияһы һорау-яуап форматында “Иң мөһиме тураһында һөйләшеү”ҙән башланды. Район хакимиәте башлығы булыр өсөн ҡайҙа уҡырға барырға? Хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр эйәләре ҙур һорау менән ҡулланыла? Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар билдәле спикерҙарға ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Мәктәп уҡыусыларына һөнәр һайлауға ярҙам итеүҙе, эшсе һөнәрҙәрҙе пропагандалауға йүнәлтелгән акция республикала йыл да ойошторола. Быйыл ул Баймаҡ ҡалаһында үтте. Сараның бер өлөшөндә төрлө уҡыу йорттары студенттары үҙҙәренең белем усағы тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Республика акцияһы сиктәрендә бер нисә эшлекле майҙансыҡ эшләне. Һөнәри йүнәлеш буйынса тест һорауҙарына яуап биреү, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу, мәшғүллек үҙәге хеҙмәттәре сарала ҡатнашыусылар өсөн бик файҙалы булды. Дөрөҫ һөнәр һайлау –уңышлы киләсәк. Сөнки яратып башҡарған эшеңдә генә һин үҙеңде таба алаһың.

Альбина Байегетова