Был турала ул Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин менән осрашыуҙа белдерҙе.
Бөгөн ауыл хужалығы, пассажир, махсус техника етештереү буйынса берлектәге проекттар ғәмәлгә ашырыла. Атап әйткәндә, Башҡортостанда бойҙай эшкәртеү буйынса ҡоролма әҙерләү заводы төҙөлә башланы. Хеҙмәттәшлектең тағы ла бер сағыу өлгөһө – ул автоетештереүселәр кооперацияһы, тине Роман Головченко. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл сентябрҙә Белоруссия Премьер-министры эш сәфәре менән Өфөлә булды.
Сит ил вәкилдәре «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресында ҡатнашты, бер нисә сәнәғәт предприятиеһы һәм социаль объект менән танышты. Бынан тыш, Роман Головченко Башҡортостан башлығы менән Минск автомобиль заводының дилер үҙәген асыуҙа һәм Белоруссияның «АМКОДОР» компанияһының етештереү комплексы майҙансығына нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты.