Уңайлы һәм заманса мөхит. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар пляжы төҙөкләндерелә. Эш тамамланыу алдында. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн шарттар булдырыу «Уңайлы ҡала мөхите» федераль проекты сиктәрендә мөмкин булған. Былтыр урындағы хакимиәт ил ҡалалары араһында конкурста еңеп сығып, федераль бюджеттан 50 миллион һумлыҡ субсидия йәлеп итеүгә ирешкән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Ашҡаҙар пляжы Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең күптән яратҡан ял урынына әүерелгән. Биләмә тарихи йәһәттән дә мөһим һанала. Нәҡ ошо элекке тоҙ пристаненән ҡаланың үҫеше башланған. Ярҙан йыл әйләнәһенә кешеләр өҙөлмәй. Бөгөн бында төҙөкләндереү эштәре йылдам бара.
Оҙаҡламай Стәрлетамаҡ халҡының яратҡан ял урыны заманса төҫ аласаҡ. Әлеге ваҡытта эшселәр Амфитеатр төҙөү менән мәшғүл. Эште октябрь аҙағына тамамларға иҫәп тоталар.
Төҙөлөшкә һауа шарттары үҙгәрештәр индерһә лә, эш графикка ярашлы бара. Әлеге ваҡытта бындағы ярҙарға «ташлы балаҫ» һалынған. Әйткәндәй, тоҙға оҡшатып эшләнгән аҡ төҫтәге ҡырсынташтар пристандең үткәненә ишара. Бынан тыш, урында йәйәүлеләр юлы асфальт менән ҡапланған, тирә-яҡҡа ҡыуаҡтар һәм ылыҫлы ағастар ултыртылған.
Яҡын арала төҙөкләндерелгән участкала велосипедсылар өсөн үткәүел һәм аҙ мобилле граждандар өсөн шарттар булдырыу планлаштырылған. Бында хатта балалар майҙансығы ла төҙөләсәк. Төҙөкләндереү эштәре биләмәлә үҙенсәлекле арт-объект – тоҙға һәйкәл ҡуйыу менән тамамланасаҡ.
Быйыл «Уңайлы ҡала шарттары» федераль конкурсында республиканың тағы ла бер нисә ҡалаһы еңеп яулаған. Төрлө номинациялар буйынса Дүртөйлө, Ағиҙел, Ишембай, Яңауыл ҡалаларының төҙөкләндерү проекттары юғары баһаланған. Киләсәктә был ҡалаларҙа ла парк һәм яр буйын төҙөкләндереү ҡаралған.
Рәзилә Ғиниәтуллина