Күп фатирлы йорттарҙың фасадтарын йылытыу капиталь ремонт программаһына ярашлы үтәлә. Быйыл Өфөлә 61 торлаҡтың фасады республика бюджетынан бүленгән сығымдарға яңыртыла .Әлеге ваҡытта уларҙың 50-дә ремонт тамамланған.
Рәсәй урамы 94/ 2 йортонда төҙөлөш 8 августа башланған. Сөнки күп фатирлы йорт капиталь төҙөлөш программаһын индерелмәгән булған. Йорт старостаһы һәм активистар тырышлығы менән йорт капиталь ремонт исемлегенә индерелә. Төҙөүселәр килеү менән хәл күпкә яҡшыра. Йорт фасадын йылытыу дәүләт стандарттарына яуап бирә, капиталь ремонт барышын төбәк операторы, техник күҙәтеү хеҙмәте , төҙөлөш контроле тикшерә.
Гүзәл Борханова