Миңлеғәли Шайморатов исемендәге волонтерҙар штабы 300-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән

Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһендә ойошторолдо. Штаб өлөшләтә мобилизация барышында Ҡораллы көстәр сафына саҡырылған егеттәр ғаиләләре һәм туғандарына социаль, психологик, көнкүреш һәм башҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатынан булдырылды. Бында дүрт телефон операторы һәм 40 автоволонтер эшләй. Шайморатовсылар һәр мөрәжәғәт буйынса адреслы ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр штабтары район һәм ҡалаларҙа ла ойошторолдо Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 телефоны буйынса ҡабул ителә.