Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, парламентарийҙар араһында ла Ҡораллы көстәр сафына баҫырға теләүселәр бар. Депутаттар өлөшләтә мобилизация ваҡытында саҡырылған яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Улар егеттәр хәрби әҙерлек үткән хәрби частарҙа булды, посылкалар тапшырҙы. Командирҙар менән элемтә булдырылған, яҡташтарыбыҙ республика етәкселеге һәм депутаттарға сығып көнүҙәк мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә ала, тип белдерәләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан.