Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, бөтә биҫтәләрҙә штабтар ойошторолған. Улар район хакимиәттәрендә йәки “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәләрендә, шулай уҡ йәштәр үҙәктәрендә асылды. Хәрбиҙәр өсөн әйберҙәр республиканың бөтә райондары һәм ҡалаларында йыйыла. Ҡабул итеү урындары адрестарын Ситуация үҙәгенә шылтыратып белешергә була. Уның телефоны 8-347-218-19-19.