Республика хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре һуңғы гектарҙарҙа алып барыла

5 миллион тоннанан ашыу иген алынды. Әле баҫыуҙарҙа көнбағыш һәм  шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығында көнбағыш 2 мең 300-ҙән ашыу гектар майҙанда үҫтерелә. Майлы культуранан мул уңыш алабыҙ, ти хужалыҡ агрономы Рәүеф Абдуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының яртыһында эш тамамланған. Гектарынан 286 центнер уңыш алына.  Сөгөлдөр быйыл 19 районда үҫтерелде.