Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге батальонға 300 кеше ҡушылырға теләк белдергән

  Был турала  отрядты булдырыу  башланғысы менән сыҡҡан отставкалағы полковник  Артур  Йомағужин белдерҙе.  - Тиҙҙән  киләсәккә планды билдәләйбеҙ һәм беҙҙең батальонда хеҙмәт итеү шарттарын  аныҡлайбыҙ, - тине  ул.  Башҡортостанда  өсөнсө  отрядҡа  хәрби хеҙмәттән һуң запаста булыусылар алына. Батальонға ҡушылырға теләүселәрҙе  Өфөлә, Дан бульвары  6-сы  йорт адресы  буйынса  көтәләр.