Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн госпиталь асырға тәҡдим ителде

Радий Хәбиров Украиналағы хәрби бәрелештәр ваҡытында йәрәхәттәр алған шайморатовсылар менән һәм уларҙың ғаиләләре менән осрашты. Тиҙҙән уларҙың реабилитация ваҡыты тамамлана. - Хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн республикала госпиталь асыу тәҡдиме менән Оборона министрлығына сығабыҙ. Беҙҙең медицинала  тейешле ҡорамалдар етерлек, табиптарҙың тәжрибәһе бар, - ти Радий  Хәбиров.