«Госстрой» компаниялар төркөмө башлаған төҙөлөш объекттарында ремонт эштәре яңыртылды

Йорттар төҙөлөп бөтәсәк. «Госстрой» компаниялар төркөмө башлаған төҙөлөш объекттарында ремонт эштәре яңыртылды. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусыларҙың йорттарын яңы инвестор «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөп бөтәсәк. Алданыусылар һәм яңы инвестор вәкилдәре менән осрашыуҙа БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.

2019 йыл аҙағында Пановтар ғаиләһе өй туйларға өмөтләнә. Йыл башында алынған ике бүлмәле фатирҙы төҙөлөш компанияһы йыл аҙағында әҙер буласаҡ тип вәғәҙәләй. Әммә ғаилә бөгөнгәсә кеше фатирында йәшәргә мәжбүр.

Йорттоң 12-се ҡатын күтәргәндә беҙ фатир һатып алдыҡ. Әммә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, төҙөлөш туҡтап ҡалды. Буласаҡ фатир хужалары менән ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек. Ниһайәт, беҙҙең проблема хәл ителеү алдында.

Юлиә Панова, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусы

«Госстрой» компаниялар төркөмө 8 йортто төҙөп бөтөрмәгән. Шул сәбәпле, йәмғеһе ике мең ярам кеше өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусы тип иҫәпләнә.

Йорттарҙың береһе Ленин урамында урынлашҡан. Аҡсаһын түләп тә, һаман файҙаланыуға тапшырылмаған фатир хужалары бөгөн республиканың министрлыҡ вәкилдәре, яңы инвестор менән осрашты, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алды.

Эш күләме ҙур, сметаға ярашлы, йортто сафҡа индереү өсөн 250 миллион һум аҡса талап ителә. Министрлыҡ төҙөлөш барышын контролдә тотасаҡ. «Садовое кольцо» компаниялар төркөмө тағы ла 3 йортто төҙөп бөтөрөү мәсьәләһен үҙ өҫтөнә ала.

Артём Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Яңы инвестор Территорияларҙы үҫтереү фонды менән берлектә Эрмитаж, Ленин урамындағы йорт, «Белая река» торлаҡ комплекстарын да тиҙҙән файҙаланыуға тапшырасаҡ. 800-ҙән ашыу кеше күптән көткән торлаҡҡа хужа булыр тип көтөлә.

Әле Ленин урамындаға күп ҡатлы йортта төҙөлөш эштәре башланған. Яңы төҙөлөш компанияһы ремонт эштәрен киләһе йылдың өсөнсө кварталында тамамларға ниәтләй. Ниһайәт, 250 фатур хужаһы үҙ асҡыстарын ҡулдарына алыр тип көтөлә.

Лилиә Мәҡсүтова