«Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеү» федераль программаһы республикала 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Уның сиктәрендә 6 меңдән ашыу кеше йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡтан яңыһына күсерелгән. Миәкә районында был программа буйынса яңы фатирға күсеүселәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Мәктәп урамындағы өс ҡатлы йорт алдында фатир асҡыстары тапшырыласаҡ йорт хужалары, төҙөүселәр, власть вәкилдәре йыйылған. 25 ғаилә был көндө түҙемһеҙләнеп көткән. Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов халыҡты заман талаптарына яуап биргән, уңайлы йортҡа күсенеүҙәре менән тәбрикләп, бәхетле һәм етеш тормош теләне. Һигеҙ ай эсендә төҙөлөштө еренә еткереп үтәгән төҙөлөш фирмаһы генераль директоры Раил Исламовҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл: ғаиләләр тантаналы шарттарҙа ҡулдарына фатир асҡыстары ала. Яңы фатирға күсеүселәр араһында 83 йәшлек Әлфиә Кәлимуллина ла бар.
Бәхетле хужалар яңы фатирҙарға Комаров урамындағы йәшәүгә уңайһыҙ тип табылған йорттарҙан күсенә. «Стройвысота» төҙөлөш фирмаһы тарафынан ике йорт та йәнәш урынлашҡан.
Тәүгеһе 2021 йыл аҙағында сафҡа ингән, унда дәүләт программаһы буйынса 7 ғаилә өй туйлаһа, Республика көнө алдынан 25 милексе фатир асҡысы алды. Йорттар тыштан ғына түгел, эстән дә еренә еткереп эшләнгән, тип билдәләй белгестәр. Әйткәндәй, подрядсы ойошма төҙөгән уңайлы йорттарҙа район хакимиәте етем балаларға һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә фатирҙар һатып ала.
Розалиә Дәүләтшина ике бүлмәле фатирҙа тормош иптәше һәм балалары менән йәшәйәсәк. Иҫке йорттағы шыҡһыҙ фатиры 42 квадрат метр булһа, яңыһы 6 квадрат метрға иркенерәк.
Һаулыҡ һаҡлау ветераны Гөлсәниә Ҡәнзәфәрова ла ғаиләһе менән Республика көнө алдынан яңы фатирға күсенеүенә шат.
Ил Президенты Владмир Путин да 2017 йыл башынан авария хәлендә тип танылған торлаҡтан граждандарҙы яңыһына күсереүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйғайны. Был бурысты ваҡытынан алда үтәгән төбәктәр 2017 йылдың 1 ғинуарынан авариялы тип табылған торлаҡтан күсереү программаһын башлай ала.
Әйткәндәй, был өлкәлә лә төбәктә эш йылдам бара. Һуңғы 9 айҙа ғына 1462 гражданин йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙан, уңайлы фатирҙарға күсерелгән.
Мәктәп урамындағы 3 ҡатлы йортта 25 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Был йортта йәшәүселәр ғаилә бюджетын да экономиялай ала. Сөнки һәр фатирҙа айырым газ колонкалары урынлаштырылған. Уңайлы, йылы фатирҙарҙа 75 кеше яңы тормош башлай.
Гүзәл Борханова