Башҡортостанда балалар уйын майҙансыҡтарының байтағы рәсми теркәлмәгән

Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаларының тикшереүе ошоно дәлилләй. Ойошма вәкилдәре уйын майҙансыҡтарын 2018 йылдан алып күҙәтеүҙә тота. Тап ошо йылда яңы техник регламент ғәмәлгә инде.

Уға ярашлы, балалар уйыны майҙансыҡтары 2021 йылға тиклем яңы дәүләт стандарттарына тура килтерелергә тейеш ине. Йәмәғәт палатаһы ағзалары был эштең тормошҡа ашырылыуын даими күҙәтә барҙы. Бынан тыш, халыҡтың үҙенән дә мөрәжәғәттәр, ялыуҙар ҡабул ителә. Тикшереүҙәр барышында күп кенә майҙансыҡтарҙың ҡағиҙәләрҙе боҙоп төҙөлөүе, ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың бөтөнләй хужалары булмауы асыҡланған.

Бына, мәҫәлән, майҙансыҡ бар, балалар ихатала ғына уйнай. Ә техник регламент буйынса ул булмаҫҡа тейеш. Бында урман эсе тиергә лә мөмкин. Балалар шыуып төшөп ағасҡа бәрелеүе ихтимал. Башҡа имгәнерлек урындар ҙа байтаҡ. Йыш ҡына махсус япмалар ҙа булмай сыға. Беҙҙең маҡсат – күңелһеҙ статистиканы барлау түгел, ә бәхетһеҙ осраҡтарҙы алдан иҫкәртеү.

Рита Некрасова, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы комиссияһы ағзаһы

Башҡортостанда йылына ике йөҙҙән ашыу балалар уйын майҙансыҡтары сафҡа индерелә. Әммә ихтыяж әле ҙур. Ни тиһәң дә, республикала мәктәп йәшендәге балалар ярты миллион тирәһе. Йәмәғәт палатаһы ағзалары уйын майҙансыҡтарын һанлы системаға индерә башланы. Ошо рәүешле уларҙың ниндәй хәлдә булыуын күҙәтеү күпкә еңелләшә.

Айнур Кәбиров