Башҡортостан Башлығының тәбрикләү хаты рәсми сайтта урынлаштырылған. Белем донъяһын асҡан, күп быуатлыҡ мәҙәни байлыҡҡа йәлеп иткән, күңелебеҙҙә матурлыҡ тәрбиәләгән тәрән аҡыллы остаздарыбыҙ исемен ғүмер буйы хәтеребеҙҙә һаҡлап йөрөтәбеҙ, тип билдәләй Радий Хәбиров. Бөгөн республика мәктәптәрендә инженер, медицина, кадет, шайморатов һәм башҡа профилле кластар асыла. Уҡытыусы һәм остаз йылында белем биреү сифатын үҫтерергә, олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙарын әҙерләргә, балаларҙы физик яҡтан нығытырға, буласаҡ һөнәрҙәрен һайлауҙа ярҙам итергә кәрәк. Хөрмәтле уҡытыусылар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энергия, оптимизм, илһам теләйбеҙ, тип билдәләнә Башҡортостан Башлығы ҡотлауында.