Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 400-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, волонтерҙар штабтары һәр район һәм ҡалала ойошторолған. Ирекмәндәр тәғәйен кешеләргә адреслы ярҙам күрһәтә. Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Уның телефоны: 8-800-201-89-93. Иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға була.