Башҡортостан һәм Төркиә сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрен нығыта

Республикала газ ҡаҙанлыҡтары һәм йылытыу радиаторҙары етештереү буйынса завод асыу ҡарала. Башҡортостан эшҡыуарҙары Төркиәлә тимер юл вагондары өсөн пружина сығарырға ниәтләй. Республика менән Төркиә араһындағы сауҙа әйләнеше арта. Былтыр ул ике тапҡыр күбәйгән, 208 миллион доллар булған. Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,6 миллиард долларға еткән.