Бөгөн уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләй

Ул 1965 йылдан үткәрелеп килә. 1994 йылда ЮНЕСКО ҡарары менән 5 октябрь Бөтә донъя уҡытыусылар көнө тип иғлан ителә. Иҫтәлекле дата Ер шарының 100-ҙән ашыу илендә дәүләт кимәлендә билдәләнә. Бөгөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелә, бүләктәр бирелә. Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы урта мәктәбе уҡыусылары ла ҡотлауҙарға ҡушыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу маҡсатында илдә “Педагогҡа рәхмәт әйт!” ошондай акция башланды. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Акцияның рәсми сайтында үҙенсәлекле ҡотлау открыткаһы булдырырға һәм уны уҡытыусыға ебәрергә кәрәк.