Бөгөн өс тиҫтәгә яҡын йәш педагогҡа грантҡа сертификаттар тапшырылды

Тантана Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙҙы, конкурс еңеүселәрен республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин тәбрикләне.

Сарала уҡытыусының йәмғиәттә тотҡан урыны, мәғариф системаһында үҙгәрештәр хаҡында ла һөйләшеү булды. Һөнәри байрамдың иҫтәлекле мәлдәре хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Залда ҡулдарына бер нисә йыл элек кенә диплом алған йәш уҡытыусылар. Әммә бөгөн улар тормошон мәктәптән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Сөнки был һөнәрҙе тик балаларҙы яратҡан кешеләр генә һайлай. Дыуан районынан Мәккә Сәфиуллина – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, йәш педагог бөгөн бүләкләнеүселәр араһында. Һайлаған һөнәрем оҡшай, ти ул.

Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһын заманса технологиялар менән йыһазландырыуға, белем усаҡтарын төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә. Киләһе 4 йыл эсендә федераль программаға ярашлы 400-гә яҡын мәктәпте капиталь ремонтлау ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылын 21 мең уҡыусы яңыртылған объекттарҙа ҡаршы алған.

Тағы ла төп бурыстарҙың береһе кадрҙарға ҡытылыҡты бөтөрөү менән бәйле, бөгөн мәғариф учреждениеларында йәш педагогтарға ихтыяж ҙур. Борай районынан Илнар Ибраһимов үҫеп килгән быуынға физик тәрбиә дәрестәрен бирә, ошондай дәртләндереү саралары проблеманы хәл итеүгә булышлыҡ итергә тейеш, ти ул.

40 мең һумлыҡ грантҡа сертификаттар конкурста еңгән өс тиҫтәгә яҡын йәш уҡытыусыға тапшырылды. Бүләкләнеүселәр әйтеүенсә, был ярҙам бик урынлы, сөнки эш башлаған педагогтарҙың ғаилә, торлаҡ менән бәйле проблемалары байтаҡ. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа уҙған осрашыуҙа Ауырғазынан Айһылыу Хисмәтуллина белдереүенсә, ул ауылға эшкә ҡайтҡас 700 мең һумға яҡын грант алған. Был сумма йорт һалғанда ҙур ярҙам булды, тыуған яғымда төпләнеүгә ҡыуанып бөтә алмайым, ти ул.

Осрашыуҙа мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр, көнүҙәк проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һүҙ барҙы. Сөнки заман педагогтар алдына яңынан-яңы бурыстар ҡуя.

Депутаттар фекеренсә, бындай осрашыуҙарҙы даими ойоштороу мөһим. Сөнки был фекер алышыуҙар яңы ҡануни башланғыстарға ла нигеҙ һала. Ә мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләрҙе педагогтарҙан да яҡшыраҡ аңлаған кеше юҡ.

Уҡытыусылар көнө быйыл күләмле саралар, сағыу тантаналар менән билдәләнмәй. Илдәге һуңғы ваҡиғалар, ҡатмарлы шарттар менән бәйле был ҡарар яҡшы аңлашыла. Әммә шул уҡ ваҡытта һөнәри байрамды иғтибарҙан бөтөнләй ситтә ҡалдырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ ине. Сөнки тап уҡытыусылар беҙҙең киләсәкте тәрбиәләй, улар иңендә төплө белем генә түгел, тәрбиә биреү бурысы ла ята. Заман мәғариф системаһынан киң фекерле, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр быуын тәрбиәләүҙе талап итә.

Рәмзиә Кәримова