Өфөлә күренекле педагог һәм ғалим Төхвәт Аслаевтың исеме мәңгеләштерелде

Олуғ шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Өфөнөң Октябрь проспектындағы ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Уҡытыусылар көнөнә тура килгән хәтер һәм хөрмәт саралары хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы Төхвәт Хәлим улы Аслаев Өфөнөң Октябрь проспектында, Рәми Ғарипов гимназияһы туҡталышында урынлашҡан йортта йәшәгән булған. Иртә менән танылған педагогты иҫкә алырға уның хеҙмәттәштәре һәм яҡындары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, зыялылар йыйылды.

Төхвәт Аслаевтың тамырҙары Баймаҡ районы Иҫән ауылынан. Уны Ирәндек бөркөтө тип атарға була. Сөнки уның йылы ҡанаты, ҡурсауы аҫтында бер-нисә быуын балалары төплө белем, тәрбиә алған, башҡорт теле нескәлектәренә төшөнгән. 1960-1969 йылдарҙа тап ул етәкләгән осорҙа республика Башҡорт гимназия-интернаты юғары сифатлы белем биреү үҙәгенә әүерелә.

Төхвәт Аслаев 20 -се быуаттың 60-сы, 70-сы йылдарында республиканың үҫтереүсе белем биреү системаһына нигеҙ һалыусыларҙың, уны фәнни-методик яҡтан нығытыусыларҙың береһе лә. Уның авторлығында ете тиҫтәнән ашыу китап донъя күргән. Замандаштары һәм яҡындары ғалим-педагогтың таласанлығын, уҡытыу-тәрбиә эшенә ихлас бирелгәнлеген һәм һәр баланың яҙмышына үтә лә иғтибарлы булыуын билдәләй.

Туҡтауһыҙ эҙләнеүсән, тынғыһыҙ шәхес педагогия фәнендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Фән һәм мәғариф өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Ҡыҙыл Байрак»,»Почет билдәһе» ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.

Башҡортостан мәғарифын, милли кадрҙарҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес Төхвәт Аслаевтың исемен замандаштары онотмай. Уҡытыусы иҫтәлегенә йыл һайын Баймаҡ районында методика буйынса һөнәри ярыш, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы тарафынан методик материалдарға республика конкурсы ойошторола, тыуған ерендә бокс турнирҙары үткәрелә, Иҫән ауылында һәм Баймаҡта Төхвәт Аслаев исемен йөрөткән урамдар бар.

Гүзәл Борханова