Башҡортостанда мобилизацияға саҡырылғандарҙың туғандарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә

Һүҙ көндәлек тормошта, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү тураһында бара. «Берҙәм Рәсәй» партияһы майҙансығында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы асылды. Мобилизацияланғандарҙың туғандары 8 800 201 89 03 ҡыҙыу линия телефоны буйынса шылтырата ала.

Ирекмәндәр көн һайын ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, бер кемдең дә үтенесе кире ҡағылмай.

Улымды мобилизацияға саҡырҙылар. Ул миңә көн һайын иртән шылтырата. Әсәй борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип тынысландыра.

Галина Вершинина

Беҙҙең ирекмәндәре үҙәгендә һөнәри психологтар эшләй. Кешеләргә башлыса психологик йәки юридик ярҙам кәрәк. Ҡайһы саҡта бөгөнгө кеүек өй эштәрендә лә булышабыҙ.

Эмиль Ғәйетҡолов, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге бүлексәһенең башҡарма секретары

Гөлдәриә Йосопова