Өлөшләтә мобилизацияға саҡырылған һалдаттарға ярҙам йыйыу пункттары ойошторолдо

Хәрби уҡыу үҙәктәренә юлланған һалдаттарға посылка оҙатыусыларҙан акцияға битараф булмаған граждандар дәррәү ҡушылды. Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан гуманитар ярҙам пунктына эшҡыуарҙар, бағыусылар термокостюмдар, йоҡо кәрәк-яраҡтары бүләк итте.

Өфөнөң13-сө китапханаһы бинаһында ла һалдаттарға ярҙам йыйыу майҙаны ойошторолдо. Урындағы халыҡ көндәлек кәрәк-яраҡтар туплап, республика һалдаттары өсөн бүләктәр ебәрҙе. Уртаҡ көс менән посылкаларға тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн дарыуҙар,йылы кейем, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр тупланды. Ҡул эштәре түңәрәгенә йөрөүсе хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар бейәләйҙәр һәм ойоҡбаштар бәйләп махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә оҙатты.

Флорида Ким