Ябай смартфонға төшөрөлгән үҙенсәлекле композицияларҙа республика тәбиғәт ҡомартҡыларын, ҡала парктары пейзаждарын күрергә мөмкин.
Професссиональ камераға төшөрөлмәһә лә, фотоһүрәттәр сағыулығы һәм сифаты менән арбай. Бында Белорет ҡаяларын да, Ғафури быуаларын да күрергә мөмкин. Юрий Астафьев спорт туризмы менән өс тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Быға тиклем сәйәхәтсе Эльбрус, Кавказ, Саян тауҙарына артылған. «Визуал» оҫтаханаһында ойошторолған күргәҙмә октябрь аҙағына тиклем эшләй.
Рәзилә Ғиниәтуллина