Юғары уҡыу йортона терәлеп тигәндәй урынлашҡан ятаҡ 1959 йылда төҙөлгән. Ошо ваҡыттан алып бинаның ремонт күргәне юҡ.
2007 йылда бер ни тиклем төҙөкләндереү эштәре уҙғарылған, әммә капиталь ремонтҡа етмәй, ти студенттар. Быға тиклем ятаҡҡа урынлашыусы һәр студентҡа бүлмәләрҙе үҙ көсө менән генә ремонтларға тура килгән.
Тыштан үҙгәреш һиҙелмәһә лә эстән иҫке бина тиерлек түгел. 50 миллион һумға үткәрелгән ремонт беренсе ятаҡты заманса йәшәү комплексы кимәленә күтәргән. Конструктив яңырыу булмаһа ла байтаҡ өҫтәмә уңайлыҡтар булдырылған. Ятаҡта биш йөҙҙән ашыу Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил студенттары йәшәйәсәк.
Айнур Кәбиров