«Шайморатовсылар» тыуған еренә сәләм еткерә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәрбиҙәрҙең дежур ваҡытында төшөргән видеомөрәжәғәтен һалды.

Өфөнөң Дим районы «Шайморатовсы»лары тыуған яғына, туғандарына һәм яҡындарына сәләм ебәрә. «Беҙгә ышанығыҙ», – тип яҙа егеттәр. Киләһе видеояҙма авторҙары штурмға көн һайын бармауҙары, окоп тормошо, дошмандың туҡтаһыҙ атыуы, беҙҙең артиллерия, авиация эшләүе тураһында һөйләй.