Дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорттары студенттары мобилизациянан кисектерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин шундай указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт аккредитацияһы булған вуздарҙа белем алған студент һәм аспиранттар, шул иҫәптән киске ваҡытта уҡығандар, өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылмай. Быға тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәр Генераль штабы өлөшләтә мобилизация ҡағылмаған хеҙмәткәрҙәр исемлеге менән таныштырҙы. Оборона-сәнәғәт, мәғлүмәт технологиялары, элемтә, киң мәғлүмәт саралары, финанс ойошмаларҙа эшләгән ҡайһы бер белгестәр армияға алынмай.