Башҡортостан халыҡ фронты яңылыш мобилизацияланған күп балалы атай кешегә кире ҡайтырға ярҙам иткән

Баймаҡ районынан 4 балалы атайҙы өлөшләтә мобилизация ваҡытында хәрби хеҙмәткә алып киткәндәр. Халыҡ фронты штабына ир-уҙамандың ҡатыны һәм апаһы мөрәжәғәт иткән. Мобилизант хәрби комиссариатта күп балалы атай булыуын әйтеп ҡараған, әммә уны иркенән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып хәрби әҙерлек урынына алып киткәндәр. Өфөлә яңылыш мобилизацияға саҡырылғандар өсөн ярҙам үҙәге эшләй. Ул Киров урамы, 1 адресы буйынса 138-се кабинетта урынлашҡан. Мөрәжәғәттәрҙе интернет аша ла ҡалдырырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә махсус төркөмдәр булдырылған. Элемтәгә телефон аша инергә була. Уның һандары: 8-347-273-55-44.