Республика Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов биләмәлә инфраструктура объекттары һәм сәнәғәт ойошмалары төҙөлөшө менән танышты. “Стәрлетамаҡ – Салауат” юлын реконструкциялау тамамлана. Йыл аҙағына тағы ике юлды ремонтлап бөтөү көтөлә. Әле “Алға” махсус иҡтисади зонаһында 12 резидент эшләй. Компаниялар яҡынса 26 миллиард һум инвестиция йәлеп итә.