Башҡортостан парламенты ҡарамағында яңы дәүләт органы булдырыла

Киләһе йылдан Конституция советы эшләй башлай. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошоға бәйле закон проекты ҡарала. Башҡортостан Конституция суды бөтөрөлә, уның урынына Конституция советы барлыҡҡа килә. Бында өс кеше эшләй – рәйес, уның урынбаҫары һәм сәркәтип була. Кандидаттар биш йылға һайлана. Яңы дәүләт органында Республика Конституцияһы үтәлеше ҡарала, закон проекттарына баһа бирелә.