Мобилизация буйынса Ҡораллы көстәргә алыныусылар форма менән тулыһынса тәьмин ителергә тейеш

Үҙ аҡсаһына алыуҙы талап итеү законға ҡаршы килә. Был турала "Аңлатабыҙ. РФ" тигән хөкүмәт порталы хәбәр итә. Ундай осраҡтарҙа граждандарға хәрби комиссариатҡа,йә хәрби часть командарина хәбәр итергә кәрәк. Социаль селтәрҙә мобилизация буйынса саҡырылғандарҙың яҡындары бөтә кәрәк-яраҡты үҙҙәре һатып алыуы тураһында хәбәрҙәр таралған.