Йылайыр районы Юлдыбай ауылының “Ағинәй” ойошмаһы “Йөрәк йылыһы” акцияһына ҡушылды. Улар мобилизацияланған ир-егеттәргә йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләгән. Ауыл халҡы менән берлектә хәрбиҙәргә кәрәкле әйберҙәр йыйып күстәнәс ебәргән. Райондың “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Миләүшә Моратова белдереүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар тәүгеләрҙән булып изге эшкә тотонған. “Йыйылған әйберҙәр уландарыбыҙға бүләк булһын, көс-дәрт бирһен”, ти ул. Ағинәйҙәр ошо арала Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтеүсе яҡташтарына тағы ла бер посылка юлларға иҫәп тота.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт