Республика «ПРОФ-ИТ» Бөтә Рәсәй форумында ике номинация буйынса беренсе урынға сыҡты.
«Биләмәләр менән идара итеү» номинацияһында төбәктең үҫешен тәьмин итеүсе «Территория» һанлы платформаһы юғары баһа алды. Ул төрлө өлкәләге мәғлүмәтте туплап һөҙөмтәле ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә.
«Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам» номинацияһында рөхсәт документацияһын имзалау системаһы беренсе урынға сыҡты. Ул йүнселдәргә инженер селтәрҙәрен үткәреү тәртибен еңелләштерә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостанда Дәүләт һәм муниципаль идаралығын һанлы форматҡа күсереү буйынса ҙур алға китеш күҙәтелә.
Күп хеҙмәттәр электрон киңлектәргә күсә. Шул рәүешле халыҡ, бизнес һәм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр тиҙәйә һәм еңелләшә.
Айнур Кәбиров