Депутаттар армия экипировкаһына хаҡтар артыуы менән көрәшә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары армия экипировкаһы, медицина изделиелары һәм тәү сиратта кәрәкле дарыуҙарға хаҡтар артыуға бәйле, монополияға ҡаршы хеҙмәткә мөрәжәғәт итте.

Халыҡ һайланыусылары ведомство вәкилдәренән республика баҙарын анализлап, был әйберҙәргә һорау артҡанда айырым һатыусыларҙың намыҫһыҙ рәүештә хаҡтарҙы күтәреүенә яуап саралары күреүҙе үтенә. Был турала парламент спикеры Константин Толкачев белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, кәрәк булған осраҡта депутаттар Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән берлектә монополияға ҡаршы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм яңы закон проекттары ҡабул итергә әҙер. Парламентарийҙар шулай уҡ сауҙа министрлығында «военторгтар» етәкселәрен саҡырып эшлекле кәңәшмә уҙғарырға йыйына.

Гөлдәриә Йосопова