Йәмәғәт ойошмалары, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, ҡала хакимиәте менән берлектә ойошторған сарала күп балалы ғаиләләр, студенттар ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә «Таланттар йондоҙлоғо» мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр конкурсы ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова.
Дилә Ҡаранаеваның сағыу тауышы ижади бәйгелә сығыш яһаусыларҙың йөрәгенә үтеп инде. 6 йәшлек ҡыҙ «Таланттар йондоҙлоғо» мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында «Ватан» шиғыры менән сығыш яһаны. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҙур сәхнәлә ул үҙен ышаныслы тоя, сөнки конкурстарҙа йыш сығыш яһай.
Күләмле сарала һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба алды, хатта ракета төҙөү серҙәренә лә төшөндө. «Аврора» инженер мәктәбе уҡытыусыһы үткәргән эксперименттар балаларҙы битараф ҡалдырманы. Инженер мәктәбендә шөғөлләнеүсе йәш техниктар үҙ ҡулдары менән осоусы аппарпттар эшләп кенә ҡалмай, уны тормошта һынай.
Фестивалгә килеүсе ғаиләләр өсөн профилле белгестәр менән бушлай консультация, балалар өсөн үҫтереүсе уйындар, бай күргәҙмә ойошторолдо. Декрет ялындағы әсәләр, үҫмерҙәр һәм студенттар өсөн лекциялар үтте. Хәүефһеҙлек мәктәбе белгестәре ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында тиҙ ярҙам алымдары менән бүлеште.
Ғаилә фестивале 2021 йылдан башлап ойошторола. Унда 50 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған сараның киләсәге ҙур, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Лилиә Мәҡсүтова