Егерменсе халыҡ-ара баянсылар конкурсында Өфө егете Булат Мишәров икенсе урын яуланы

«Виват, баян» тип аталған мәртәбәле бәйге Һамар ҡалаһында ойошторолдо.

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 140-тан ашыу баянсы ҡатнашты. Халыҡ музыкаһы, классик әҫәрҙәр менән бер рәттән бәйгеселәр джаз, эстрада көйҙәрен дә уйнап күрһәтергә, импровизацияла ҡатнашырға тейеш.

Конкурсанттарҙың һөнәри оҫталығын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. Республика данын Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Булат Мишәров яҡланы. Ул икенсе дәрәжә лауреаты тип танылды

Конкурсҡа йәй буйы әҙерләндек. Тиҫтерҙәре көнө буйы футбол уйнаһа, Булат баянын ҡалдырманы. Әлбиттә, тырышлыҡ һөҙөмтәһе ҡыуандыра.

Айнур Искәндәров, Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбе директоры

Лилиә Мәҡсүтова