«Өфө» футбол клубы Рәсәй кубогының сираттағы раундына үтте

Алдараҡ Денис Попов тәрбиәләнеүселәре Павловская станицаһында турнирҙың сираттағы финалында «Кубань холдинг» командаһына ҡаршы уйнаны.

Был осрашыуҙағы берҙән-бер голды яҡташыбыҙ Андрей Никитин индерҙе. Өфөләрҙең киләһе этапта дәғүәселәре был аҙнала билдәләнә. Финалға тиклем команданың тағы ла 4 уйын үткәрәһе бар һәм финалға үтеү өсөн барыһында ла еңеү талап ителә. Алдағы йәкшәмбе Өфө клубы Беренсе лиганың 13-сө туры матчы сиктәрендә Махачкаланың Динамоһы менән осраша.