Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы изге эшен дауам итә

Мобилизацияға саҡырылыусы һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү республиканың һәр бер район-ҡалаһында ойошторолған.

Бөгөн штабтың Өфө районы бүлеге вәкилдәре Булгаков ауылында йәшәүсе Поляковтар ғаиләһендә булды. Ирекмәндәр мобилизацияланған һалдаттың ҡатынын Уҡытыусылар көнө уңайынан профессиональ байрамы менән ҡотлап, гөлләмә тапшырҙы, ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһынды.

Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән ғаилә башлығы мобилизацияға саҡырылыу ҡағыҙын алғас та, хәрби бурысын үтәүҙән ситтә ҡалмай. Әле һалдат Һарытау өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә.

Ирем тәүгеләрҙән булып мобилизацияға саҡырылды. Ул бик рухлы, батыр йөрәкле кеше. Улында шундай сифаттар тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт. Ир кеше булмағас, йорт-ҡуралағы эштәр туҡтап ҡалды. Йортта ремонт эшләйһе, баҡсала эште тамамлайһы бар ине. Тик ирекмәндәр ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Бындай шарттарҙа һәр төрлө ярҙам да бик кәрәк.

Резеда Полякова, Булгаков ауылы лицейы уҡытыусыһы

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына 8 800 201 89 03 телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Белгестәр юридик, психологик һәм башҡа ярҙам күрһәтергә әҙер. Ирекмәндәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителеүселәрҙең яҡындарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ҙа килтерә ала.

Был аҙнала беҙҙең бүлек ирекмәндәре генә тиҫтәгә яҡын заявка ҡабул итте. Улар араһында үҙенсәлекле мөрәжәғәттәр ҙә бар ине. Әйтәйек, Дорогин ауылынан бал һатышырға ярҙам һорап шылтыратыусылар булды. Умартасы ғаилә башлығы мобилизацияланған булған. Ирекмәндәр бурысты 3 көндә үтәне.

Ганна Кәримова, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Өфө районы башҡарма секретары

Рәзилә Ғиниәтуллина