Рәсәй геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һыбайлы һәйкәле Өфөнөң Совет майҙанында постаментҡа урынлаштырылды.
Төҙөлөш эштәре быйыл апрелдә башланды. Һәйкәл нигеҙенә Башҡортостандың иҫтәлекле урындарынан, Луганск өлкәһе Штеровка ауылы янынан тупраҡ менән гильза һалынды. Донбасс еренән тупраҡты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алып ҡайтты.
Республика етәксеһе, был һәйкәл генерал Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ғына түгел, ә илебеҙ азатлығы өсөн яуҙарға башын һалған барлыҡ яугирҙарға ла хөрмәт билдәһе, тип белдерҙе. Был һәйкәл республикала иң ҙурҙарҙан һанала. Һыбайлының бейеклеге 15 метр, ауырлығы 113 тоннанан ашыу тәшкил итә. Һәйкәл ансамблен ҡойоуға 25 тонна бронза ҡулланылған. Мемориал 11 октябрь, Республика көнөндә тантаналы шарттарҙа асыласаҡ тип күҙаллана. БЮТ телеканалы һәйкәл асыу сараһын тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Бында Шайморатовтың шәхси батырлығы тарихынан алып, бөтә дивизияның ҡаһарманлығы һынландырылған. Башҡорт атлыларының Берлинға тиклем шанлы юлы күрһәтелгән.
Бында Шайморатовтың биографияһы ла сағылдырылған, дөйөмләштереп әйткәндә, Наполеон менән алышҡан башҡорт яугирҙарының да булмышы ярылып ята. Сөнки башҡорттар яугир халыҡ, улар һәр ваҡыт ҡаһарманлыҡ күрһәткән.
Гүзәл Борханова