Баймаҡта Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбен тамамлаған уҡыусыларҙың күргәҙмәһе ойошторолдо

Ҡасандыр һынлы сәнғәткә ошо мәктәпкә тәүге аҙымдарын яһаған ҡыҙҙар буласаҡ һөнәрҙәрен дә ижадҡа бәйләгән.

Бынан бер нисә йыл элек урындағы сәнғәт мәктәбен тамамлаған Ләйлә Абдулова, Ләйсән Райманова менән Ләйсән Исҡужина бөгөн Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында белем ала. Уҡығанда уҡ һәләтле ҡыҙҙар колледжда үҙҙәрен һәр яҡлап камиллаштыра, рәсемдең төрлө жанрҙары – натюрморт, портрет, пейзаж өҫтөндә эшләйҙәр.

Йәш рәссамдарҙың һәр береһенең үҙ стиле, кемгәлер майлы буяуҙар яҡыныраҡ булһа, икенсеһенә гуашь, ябай ҡәләм менән һүрәт төшөрөү оҡшай. Ҡыҙҙар белдереүенсә, сәнғәт мәктәбендә уҡып сығыуҙың ыңғай яҡтары бик күп, колледжда уҡыу ҙа еңел бирелә.

Һуңғы йылдарҙа балаларҙа һынлы сәнғәт төрөнә ҡыҙыҡһыныу уятыу, иғтибарҙы арттырыу йәһәтенән сәнғәт мәктәбе өсөнсө йыл рәттән ошондай күргәҙмәләр ойоштора. Яҡташ ҡыҙҙарыбыҙҙың рәсемдәре менән октябрь аҙағына тиклем танышырға мөмкин.