Өфөлә Владимир Путиндың тыуған көнө уңайынан баннер ҡуйылған. Ил Президентына ҡотлау белдергән был һүрәт “Башҡортостан” дәүләт концерт залы бинаһына эленгән. Бөгөн Владимир Владимировичҡа 70 йәш тула. “Дәүләт башлығы тыуған көнөндә эштә була. Алдан билдәләнгән саралар үтә”, - тип белдерҙе президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Владимир Путин хәҙерге заман тарихында төп сәйәси фигураларҙың береһе. Ил етәксеһенең Башҡортостан тураһында әйтелгән фекерҙәре ҡанатлы һүҙгә әйләнгән. Мәҫәлән, 2001 йылда ул “Башҡортостанда, һыу тамсыһындағы кеүек, мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө һәм халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла”, - тип белдергәйне.