“Кәйефтәре яҡшы. Яҡындары борсолмаһын тинеләр”

Белорет район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Ҡазанда урынлашҡан хәрби күнекмә үҙәгендә булған. “Башҡортостан яугирҙәре ялан лагерында йәшәй. Улар армия палаткаларында урынлашҡан. Өр-яңы ике ҡатлы карауаттар ҡуйылған, постель кәрәк-яраҡтары бирелгән.  Газ мейестәре ҡулланырға була. Аш-һыу мул”, - тип яҙған Телеграм-каналда Андрей Иванюта. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, часть биләмәһендә мунса бар, тағы ла бер нисәүһе төҙөлә. “Ир-егеттәр үҙа-ара татыу. Һәр кем йылы өҫ һәм аяҡ кейеме менән тәьмин ителгән. 4 кешегә бәйле һорауҙар бар. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ”, - тигән Андрей Иванюта.  Белореттан мобилизацияланған хәрбиҙәргә гитара һәм ҡурай бүләк иткәндәр. Район етәксеһе әйтеүенсә, ай дауамында Ҡазанға посылкалар оҙатыласаҡ.