11 октябрҙә, Республика көнөндә баш ҡалала күмәк халыҡ ҡатнашлығында саралар үткәрелмәй

“Алдан билдәләнгәндәре кәметелде, уларҙың бер өлөшө генә ҡалды,” - тип белдерҙеләр Өфө мэрияһынан. Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабич һәйкәлдәренә сәскә һалына. Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыла.  Совет майҙанында “Геройҙар дәүере” патриотик йырҙар Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтә. Киске сәғәт 9-ҙа Башҡортостан артистары концерт менән сығыш яһай. Салют булмай.