Рәсәй президенты Башҡортостанды һәр ваҡыт хөрмәт итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы. - Беҙҙең республикаға ярҙамы өсөн президентҡа рәхмәтлемен. Владимир Путин указы менән Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде, ул беҙҙең республикала донъя кимәлендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәген булдырыуға ғаризаны, студенттар кампусы төҙөлөшөн, карбон полигоны булдырыуҙы хупланы. Владимир Путин беҙҙең төбәктең күп миллиәтле булыуын, яугирҙарҙың ҡаһарманлығын һыҙыҡ өҫтөнә  алды. Бөгөн бөтә ил беҙҙең лидер янында тупланды. Уның менән дөрөҫлөк. Уның менән беҙҙең киләсәк, - ти Радий Хәбиров. Рәсәй президенты Владимир Путинға бөгөн 70 йәш тулды.